АРЫҪЛАНОВ Ғәди Мөхәмәт улы [29.3.1925, БАССР-ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Үрге Этҡол а. (БР-ҙың Ишембай р-ны)] — 21.8.1998, Стәрлетамаҡ ҡ.), журналист. РСФСР-ҙың (1979), БАССР-ҙың (1975) атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре. Журналистар союзы ағзаһы (1957). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. КПСС ҮК эргәһендәге Юғары партия мәктәбен тамамлаған (Мәскәү, 1966). 1955—61 йй. “Стерлитамакский рабочий” гәз. бүлек мөдире, 1966—91 йй. — мөхәррире, 1963—66 йй. Стәрлетамаҡ синтетик каучук з‑дының кадрҙар бүлеге начальнигы. Экология проблемалары б‑са мәҡәләләр авторы. СССР Журналистар союзы пр. лауреаты (1975). 2-се дәрәжә Ватан һуғышы орд. м‑н бүләкләнгән (1985).

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Текст на русском языке