ФОМИЧЁВ Константин Николаевич (30.8.1977, Өфө), спортсы. Байдарка һәм каноэла ишеү б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1996), Рәсәйҙең атҡ. спорт мастеры (2000). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1997). БДПИ‑ны тамамлаған (2000). Байдарка һәм каноэла ишеү б‑са СДЮШОР тәрбиәләнеүсеһе (тренерҙары Н.А.Попов, Н.А.Попова). 1995 й. алып Юғары спорт оҫталығы мәктәбе һәм Уҡыу‑күнекмәләр үҙәге №464 өсөн сығыш яһай. Донъя (4 тапҡыр, 1999) һәм Европа (4 тапҡыр, 1999, 2001) чемп., Донъя кубоктары этаптары еңеүсеһе (1998; 3 тапҡыр, 1999; 2 тапҡыр, 2002), күп тапҡыр Рәсәй чемп. (1996—2009) һәм Рәсәй кубоктарын (1998—2009) яулаусы, донъя чемпионаттарының көмөш (1997—98, 2002) һәм бронза (1998, 2001) призёры, 200, 500 һәм 1000 м аралыҡта яңғыҙ, икәүләп һәм дүртәүләп каноэла Европа чемпионатының көмөш (2002, 2008) һәм бронза (1999, 2000, 2002) призёры. Хәрбиҙәр (1997) һәм студенттар (1998) араһында донъя чемпионаттарының көмөш (2 тапҡыр) һәм бронза призёры. Үҫмерҙәр араһында донъя чемп. (1995). Олимпия уйындарында ҡатнашыусы (2004). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (1995 й. башлап).

 

П.: К.Н.Фомичёв

Тәрж. М.Н.Моратшина

Текст на русском языке

 

 

Яндекс.Метрика