ФИЛИППОВ Антон Викторович (21.9.1985, Өфө), спортсы. Параскиб‑са Рәсәйҙең спорт мастеры (2005). ӨДИСА‑ны тамамлаған (2009). Тау саңғыһы спорты б‑са ДЮСШ (тренеры С.В.Соловых) һәм Ю.А.Гагарин ис. “Һауа легионы” хәрби‑патриотик парашют клубы (Ғ.И.Манаев) тәрбиәләнеүсеһе. Пара‑ски б‑са шәхси зачётта Рәсәй чемп. (2010), Европа (2008) һәм Рәсәй (2003) чемпионаттарының көмөш призёры, донъя (2009) һәм Рәсәй (2005, 2007) чемпионаттарының бронза призёры, команда зачётында донъя (2009) һәм Рәсәй (2005, 2007, 2010) чемп., Донъя кубогының һәм Европа чемпионатының (2008) көмөш, донъя чемпионатының бронза призёры (2005). Билдәләнгән урынға аныҡ төшөү б‑са парашют м‑н һикереүҙә шәхси һәм команда зачёттарында Азия чемп. (2006), “Адриатика кубогы” халыҡ‑ара ярыштары еңеүсеһе (Черногория, 2007; 2 тапҡыр, 2008). Пара‑ски б‑са үҫмер спортсылар араһында донъя (2009) һәм Европа (2008) чемп., донъя чемпионатының бронза призёры (2005). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (2005 й алып).

Тәрж. Ғ.Р.Бердина

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика