ФИГУРАЛЫ ШЫУЫУ, спорт төрө, боҙҙа музыкаға төрлө фигуралар яһау б‑са конькиҙа ярыш. Яңғыҙ ир‑егеттәр һәм ҡатын‑ҡыҙҙар шыуыуы, парлы шыуыу, боҙҙа спорт бейеүҙәре һ.б. айырыла. Башҡортостанда Ф.ш. үҫеше 20 б. 40‑сы йй. “Динамо” физкультура‑спорт йәмғиәте эргәһендә (етәкс. М.П.Трифонов) тәүге секция асылыуға бәйле. 50‑се йй. башында “Искра” стадионында (ҡара: “Хеҙмәт”), 60‑сы йй. “Зенит”, “Спартак” ДСО‑лары эргәһендә Ф.ш. секцияһы һәм Өфөнөң 4‑се ДЮСШ‑нда Ф.ш. бүлеге эшләй башлай. БР фигуристары араһында: яңғыҙ шыуыуҙа  И.Митрущенков — СССР чемп. (1952), Г.А.Фролова — “Буревестник” ДСО‑һы Үҙәк советы чемп. (1957), О.Веселова — “Жигули” призына халыҡ‑ара турнир еңеүсеһе (Куйбышев ҡ., 1975), Г.Ильин, О.Петрушова — РСФСР халыҡтары спартакиадаһының бронза призёрҙары (1978), Н.М.Зайцева — “Зенит” ДСО‑һы Үҙәк советы чемп. (1979), Ю.В.Иванова — РСФСР халыҡтары спартакиадаһы көмөш призёры һәм РСФСР беренселегенең бронза призёры (икеһе лә — 1981); парлы шыуыуҙа Фролова һәм Р.Ф.Афанасенко РСФСР халыҡтары спартакиадаһының бронза призёрҙары (1958), Р.Ш.Ғәлиева һәм С.Расщепин — РСФСР халыҡтары спартакиадаһының бронза призёрҙары һәм “Жигули” призына халыҡ‑ара турнир еңеүселәре (икеһе лә — 1978); боҙҙа спорт бейеүҙәрендә Т.Н.Перескокова һәм И.Панчишин РСФСР халыҡтары спартакиадаһының көмөш призёрҙары (1981) һәм “Жигули” призына халыҡ‑ара турнир еңеүселәре (1980), Е.А.Рудик һәм Э.Мәсәғүтов — РСФСР халыҡтары спартакиадаһының бронза призёрҙары (1981), У.Н.Тыртышная һәм И.Мансуров — РСФСР халыҡтары спартакиадаһының көмөш призёрҙары (1985). Респ. Олимпия резервы спорт мәктәбе №1 Ф.ш. бүлеге, Ф.ш. мәктәбе (Өфө), “Салауат” (Салауат ҡ.) спорт‑концерт комплексы эргәһендә секция эшләй, унда 400‑гә яҡын кеше шөғөлләнә (2010). 1998 й. алып БР Ф.ш. федерацияһы эшләп килә. Ф.ш. м‑н тренерҙар Афанасенко (бөтә Союз категориялы судья), Р.А.Гагарина (халыҡ‑ара категориялы судья), Е.А.Ананикян, Т.Н.Буйлина, Р.Ш.Дәүләтгәрәева, Ю.В.Павлова, Тыртышная, Фролова (бөтәһе лә — бөтә Рәсәй категориялы судьялар), В.П.Санейко һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

У.Н.Тыртышная

Тәрж. Ғ.Р.Бердина

Текст на русском языке 

Яндекс.Метрика