ФӘТҠУЛЛИН Илдар Раил улы (16.10.1982, Өфө), спортсы. Трамплиндан саңғыла һикереү б‑саРәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры(2001). Урал физик культура ун‑тын тамамлаған (2006). Трамплиндан саңғыла һикереү һәм саңғы буйынса икебәйге б‑саСДЮШОР тәрбиәләнеүсеһе; 1999—2007 йй. Юғары спорт оҫталығы мәктәбе, бер үк ваҡытта 2001—07 йй. “Локомотив” физкультура‑спорт клубы (тренеры Р.Р.Абраров) өсөн сығыш яһай. Шәхси зачётта Рәсәй чемп. (2004), Рәсәй кубоктарын яулаусы (2003—04), Рәсәй чемпионаттарының көмөш (2004, 2007) һәм бронза (2001, 2006) призёры, команда зачётында Рәсәй чемп. (2001—02, 2006) һәм Рәсәй чемпионаттарының көмөш призёры (2005, 2007—08). Донъя кубогы этабы еңеүсеһе, яһалма япмала Европа кубогын яулаусы (икеһе лә — 2001). Олимпия уйындарында ҡатнашыусы (2002, 2006). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (1999—2007).

Тәрж. М.Н.Моратшина

 

 

Яндекс.Метрика