ФӘЙЕЗОВ Рөстәм Шәриф улы (4.11.1950, Өфө), тренер. Бобслей б‑са Рәсәйҙең атҡ. тренеры (2001). БР‑ҙың атҡ. физик культура хеҙм‑ре (1998). БДУ‑ны тамамлаған (1979). 1986 й. алып “Спартак” ДСО‑һының Башҡ‑н өлкә советы тренеры, 1987 й. — БР профсоюздары спорт йәмғиәтенең, 1994 й. — БР юғары спорт оҫталығы мәктәбенең өлкән тренеры, 2009 й. башлап 15‑се  СДЮСШОР, бер үк ваҡытта РСФСР (1987—91), Рәсәй (1992 й. алып) йыйылма командалары тренеры һәм Рәсәй үҫмерҙәр йыйылма командаһының өлкән тренеры (2010 й. алып). Олимпия уйындарында Рәсәй йыйылма командаһы тренеры (1998, 2002, 2006).Тәрбиәләнеүселәре араһында С.В.Голубев, А.Ю.Зубков, О.Н.Некрасова, О.Ю.Петров, А.Н.Селивёрстов,Т.А.Трапезникова, ш. уҡ 20‑нән ашыу СССР һәм Рәсәй спорт мастеры. Халыҡтар дуҫлығы орд. м‑н бүләкләнгән (2006).

Тәрж. М.Н.Моратшина

Текст на русском языке

 

 

Яндекс.Метрика