ФЕХТОВАНИЕ (нем. fechten — алышыу, көрәшеү), рапира, ҡылыс һәм шпага м‑н ҡара‑ҡаршы көрәште үҙ эсенә алған спорт төрө. Башҡортостанда Ф. 20 б. 50‑се йй. алып үҫешә. 1959 й. Өфө йәштәр спорт мәктәбе эргәһендә (ҡара: Юғары спорт оҫталығы мәктәбе) Ф. бүлеге асыла. 1965 й. Ф. б‑са секциялар Өфө Пионерҙар һарайында (ҡара: Комаров В.М. исемендәге балалар ижады һарайы), “Буревестник” һәм “Труд” ДСО‑ларында эшләй; 70‑се йй. “Зенит” ДСО‑һының Башҡ‑н өлкә советы эргәһендә ДЮСШ, Салауат Юлаев исемендәге спорт клубында, “Юлдаш” физик культура йортонда, “Локомотив” ДСО‑һында секциялар асыла. А.Н.Стешин респ. Ф. б‑са тәүге СССР спорт мастеры була (1964). Халыҡ‑ара ярыштарҙа Р.Р.Ғәниев, Ә.К.Ибраһимов.Р.Нәсибуллин, Д.В.Петров В.Р.Әйүпов юғары һөҙөмтәләр күрһәтә,ш. уҡ спортсы‑инвалидтар И.В.Андреев — донъя (2010) һәм Европа (2009, 2011) чемпионаттарының бронза призёры, М.Р.Йосопов — Европа чемпионаттарының көмөш призёры (2009, 2011), А.Ф.Ҡурамшина — Донъя (2010) һәм Европа (2011) чемп., Донъя кубогын яулаусы (2010) һ.б. Паралимпия уйындарында ҡатнашыусылар – Андреев һәм Йосопов (икеһе лә — 2008). Өфөлә 1200‑гә яҡын кеше шөғөлләнгән (2010) Ф. б‑са 19‑сы һәм 23‑сө СДЮСШОР, 4‑се СДЮСШОР‑ҙа, спорт профилле 5‑се респ. мәктәп‑интернатында, БР Юғары спорт оҫталығы әҙерләү үҙәгендә Ф. бүлектәре эшләй. 1961 й. башлап БР Ф. федерацияһы эшләп килә. Ф. м‑н тренерҙар Л.Р.Грушина, Е.И.Емельянов, В.Н.Прокаев, С.И.Тихонов, Ю.Ю.Хозиков, Р.И.Әйүпов, Д.Ф.Сәйфетдинов, халыҡ‑ара категориялы судьялар В.Н.Егоров, Р.Р.Нәғимов һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Е.И.Емельянов

Тәрж. Ғ.Р.Бердина

Илл.:Фехтование б‑са Европа чемпионаты. Германия, 2010. Р.Р.Ғәниев (уңда) сығыш яһай

Текст на русском языке

 

 

 

 

Яндекс.Метрика