ФЕХТОВАНИЕ БУЙЫНСА ОЛИМПИЯ РЕЗЕРВЫ СПОРТ МӘКТӘБЕ №23. Өфөлә урынлашҡан. Юғары спорт оҫталығы мәктәбе базаһында эшләй. 1996 й. фехтование б‑са ДЮСШ булараҡ асыла, 1997 й. хәҙ. статусын ала, 1998 й. алып фехтование б‑са 23‑сө балалар һәм үҫмерҙәр олимпия резервы махсус спорт мәктәбе. Фехтование һәм паралимпия фехтованиеһы бүлексәләре бар. Мәктәптә 300‑ҙән ашыу уҡыусы шөғөлләнә, 12 уҡытыусы‑тренер (2008) эшләй. Тәрбиәләнеүселәре араһында Р.Р.Ғәниев, ш. уҡ 20‑нән ашыу Рәсәй спорт мастеры. Мәктәп м‑н Р.И.Әйүпов һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Ф.Я.Арсланов

Тәрж. М.Н.Моратшина

Текст на русском языке

 

 

 

 

Яндекс.Метрика