АРЫҪЛАНОВ Ғата Арыҫлан улы [24.6.1914, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Ҡыпсаҡ‑Асҡар а. (БР‑ҙың Әлшәй р‑ны) — 2.12.2001, Өфө], актёр, эстрада артисы. БАССР‑ҙың атҡ. артисы (1956). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1955). 1932—34 йй. Мәскәү консерваторияһының Башҡ. студияһында уҡый. Башҡ. театр‑художество уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1940; Б.Ғ.Имашев һәм Ғ.С.Саттаров курсы) Яңауыл колхоз‑совхоз театры актёры. 1941 й. алып Башҡ. филармонияһының һөйләү жанры артисы, 1949—83 йй. БАДТ актёры. А. амплуаһы — мелодрама һәм музыкаль комедия лирик геройы. Төп ролдәре: Хәлил (“Ғәлиәбаныу”), Ғәлимйән (“Башмағым”), Ғиззәт (“Еҙнәкәй”, Х.К.Ибраһимов), Закир (М.Ғафуриҙың “Ҡара йөҙҙәр” повесы б‑са Ғ.Әмири һәм В.Ғ.Ғәлимовтың ш. уҡ исемле спектакле) һ.б. Ул Ғәҙел (“Бажалар”) һәм Зөфәр (“Минең йырым”; икеһе лә — И.Ә.Абдуллин), Гәрәйҙең (“Яңғыҙ ҡайын”, М.Кәрим) иҫтә ҡалырлыҡ сағыу образдарын тыуҙыра. Актёрҙың нескә лиризм һәм поэтик патетиканы берләштереүсе иң яҡшы эштәренең береһе — Мәжит Ғафури роле (С.Ҡудаштың ш. уҡ исемле драмаһы). М.Ғафури, М.Горький һ.б. әҫәрҙәренән торған әҙәби программалар м‑н сығыш яһай, башҡ. проф. эстрадаһы үҫешенә булышлыҡ итә.

Һ.С.Сәйетов

Г.С.Балтабаева

Текст на русском языке