ФЕЛЬДШЕР‑АКУШЕРЛЫҠ ПУНКТТАРЫ, ауыл ерендә башланғыс (табипҡа тиклемге) этапта мед. ярҙамы күрһәткән дауалау‑иҫкәртеү учреждениелары. Халҡы 300 кешенән ашыу булған торама пункттарҙа һәм яҡын‑тирә ауылдарҙа (4—5 км) башҡа дауалау‑иҫкәртеү учреждениелары булмағанда ойошторола. Мед. ярҙамы фельдшер, патронаж шәфҡәт туташы һәм акушерка тарафынан башҡарыла. Ауыл табибы участкаһы йәки уның ҡарамағындағы участка составына инә. Кабинеттары (теш дауалау, процедуралар, физиотерапевтик һ.б.), пациенттарҙы, ш. иҫ. йөклө ҡатындарҙы, ҡарау һәм кисектергеһеҙ мед. ярҙамы күрһәтеү өсөн бүлмәләр, дарыухана пункты бар. Башҡортостанда ауыл халҡына ойошторолған мед. ярҙамы күрһәтеү 18 б. 2‑се ярт. Йәмғиәт ҡараулығы приказы төҙөлгәс башлана. 19 б. 50—60‑сы йй. Өфө губернаһында 18 фельдшер һәм 2 акушерлыҡ пункты, 1876 й. ошоға ярашлы 36 һәм 4 була. Земство йыйылыштары ҡарары б‑са 1904 й. Өфөлә тәүге акушер‑фельдшер мәктәбе асыла. 1910 й. Өфө губ. 37, 1922 й. респ. 83 фельдшер пункты була. 1945 й. 470, 1960 й. 2012 фельдшер һәм фельдшер‑акушерлыҡ пункты эшләй. БР‑ҙа 2179 Ф.‑а.п. эшләп килә (2009).

Н.Х.Шәрәфетдинова

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика