ФЕДОСОВ Владимир Сергеевич (3.9.1984, Бөрө ҡ.), спортсы. Уҡ атыу б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2001). Хәрби физик культура ин‑тын тамамлаған (Санкт‑Петербург, 2006). Уҡ атыу б‑са ДЮСШ тәрбиәләнеүсеһе (Бөрө; тренеры Л.А.Федосова). Рәсәй чемп. һәм Рәсәй кубогын яулаусы (икеһе лә — 2008), шәхси зачётта Рәсәй чемпионаттарының (2008—09) һәм Рәсәй кубогының (2009) көмөш призёры; микста (ҡатнаш пар) донъя чемп. һәм команда зачётында донъя чемпионатының көмөш призёры (икеһе лә — 2009). Шәхси һәм команда зачёттарында 11 тапҡыр Рәсәй рекордсыһы (2008). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (2008 й. алып).

Тәрж. Ғ.Р.Бердина

Текст на русском языке

 

 

Яндекс.Метрика