ФЕДОРЕНКО Юрий Николаевич (3.4.1974, БАССР‑ҙың Шишмә р‑ны Алкин ст. ҡсб), спортсы. Пауэрлифтинг б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2000), Рәсәйҙең атҡ. спорт мастеры (2005). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (2002). Урал физик культура ун‑тын тамамлаған (2008). “Өфөлө” спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе (ауыр атлетика б‑са тренеры Р.Л.Ханов), 1999—2007 йй. Юғары спорт оҫталығы мәктәбе, бер үк ваҡытта 2000—08 йй. Уҡыу‑күнекмәләр үҙәге №464 өсөн сығыш яһай (пауэрлифтинг б‑са тренеры Б.И.Шейко). Донъя (2003), Европа (2002) һәм Рәсәй (2002, 2006) чемп., Рәсәйҙең абс. чемп. (2006), Рәсәй кубоктарын яулаусы (2000—01, 2003), донъя (2001—02, 2004—05), Европа (2003) һәм Рәсәй (2003—07) чемпионаттарының көмөш призёры, Рәсәй чемпионатының бронза призёры (2000—01, 2005). 110 кг тиклемге ауырлыҡ категорияһында стан тартыу һәм өсбәйгелә 9 тапҡыр Рәсәй рекордсыһы. Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (2001—2007).

П.: Ю.Н.Федоренко

Тәрж. Ғ.Р.Бердина

Текст на русском языке

 

 

 

Яндекс.Метрика