ФАЗЛЫЕВ Рәфҡәт Ғәлим улы (3.4.1952, БАССР‑ҙың Күгәрсен р‑ны Мораҡ а.), ветеринар врач. Ветеринария ф. д‑ры (2000), проф. (2002). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1978) шунда уҡ эшләй: 1991—92 йй. паразитология, микробиология һәм патофизиология каф. мөдире вазифаһын башҡарыусы, 2004—09 йй. анатомия, гистология һәм ветеринария эшен ойоштороу каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге а.х. малдарының гельминтофаунаһын, гельминттар экологияһын өйрәнеүгә; мониторинг системаһын, кеше һәм хайуандар өсөн хәүефле булған биоэкологик комплекстарҙы иҫкәртеү һәм бөтөрөү ысулдарын уйлап табыуға арналған. Ф. тарафынан Көньяҡ Урал шарттарында нематодир һәм парафистомдарҙың биол. һәм эпизоотологик үҙенсәлектәре тикшерелә. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 4 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Биология и экология трематоды Paramphistomum cervi (Schrank, 1790) возбудителя парамфистомоза крупного рогатого скота на Урале. Уфа, 2006 (авторҙ.); Мониезиозы жвачных животных в Предуралье Республики Башкортостан. Меры профилактики и борьбы с ними. Уфа, 2008 (авторҙ.).

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика