ҮТ ТАШЫ АУЫРЫУЫ, үт ҡыуығында (холецистолитиаз) һәм (һирәгерәк) үт юлдарында (холелитиаз) таш барлыҡҡа килеүгә бәйле ауырыу.Ү.т.а. үҫеп китеү сәбәптәре: матдәләр алмашыныу (холестерин, углевод һ.б.), үттең ағышы боҙолоу, үт тулышыу, үт юлдарында һәм үт ҡыуығында шешеү процестары, паразитар ауырыуҙар (аскаридоз, лямблиоз,описторхоз һ.б.), Ү.т.а үҫешенә ш. уҡ гиподинамия, минераллашҡан һыуҙы артыҡ күп ҡулланыу һ.б. булышлыҡ итә. Киҫкен һәм хроник формаларҙа үтә. Төп билдәләре: уң яҡ ҡабырға аҫтында ауыртыу, артабан үт һәм бауыр сәнсеүенә әйләнә, уҡшыу, ҡоҫоу, тән т‑раһының 38°С тиклем күтәрелеүе, диспепсия, бауырҙың ҙурайыуы, ҡайһы берҙә тән тиреһенең, күҙ ағының һары төҫ алыуы һ.б. Диагностика өсөн эндоскопик (панкреатохолангиография, лапароскопия һ.б.), рентгенологик (магнит‑резонанс холангиопанкреатография, холецистография, тире аша, бауыр аша пункция холангиографияһы һ.б.), ультратауыш һәм компьютер томографияһы һ.б. мәғлүмәттәр ҡулланыла. Дауалау медикаментоз (анальгетиктар, спазмолитиктар, шешеүгә ҡаршы саралар һ.б.), хирургик (литотрипсия,үт ҡыуығын алыу һ.б.), бальнеотерапия, диетотерапия. Шифахана‑курорт учреждениеларында дауаланыу тәҡдим ителә. Ихтимал булған өҙлөгөүҙәр: киҫкен холецистит,механик һарылыҡ, перитонит,билиар бауыр циррозы,холангит һ.б. Иҫкәртеү: үҫемлек сығышлы үт бүлеп сығарыуҙы көсәйтеүсе препараттар ҡулланыу, сәләмәт йәшәү рәүеше. Башҡортостанда 100 мең кешегә Ү.т.а. м‑н ауырыған ололар түбәндәгесә теркәлгән: 2007 — 3145,7; 2009 — 3188,0; 2011 — 3309,9 кеше. 20 б. 30‑сы йй. уртаһынан БДМИ‑ла Ү.т.а. диагностикалау һәм дауалау (И.Д.Аникин, Н.‑Ғ.Н.Байтирәков,М.В.Вакуленко, В.Е.Гальцев, Ә.С.Дәүләтов,А.И.Карпов, А.А.Полянцев), иҫкәртеү (И.И.Захаров,В.М.Маркушев) мәсьәләләре өйрәнелә. 70‑се йй. алып тикшеренеүҙәр Ү.т.а. хирургик дауалау мәсьәләләренә арнала: Респ. клиник дауаханаһы эргәһендәге Бауыр хирургияһы үҙәгендә Ү.т.а. үт юлдарының үткәреүсәнлеген ҡайтарып хирургик дауалау (М.Ә.Ғәлиев,И.Ә.Сафин һ.б.), Өфөнөң 8‑се ҡала дауаханаһында — үт ҡыуығын лазер ҡулланып алыу (М.С.Ниғмәтуллин, И.В.Пашаев, Сафин, В.П.Соколов, В.Ғ.Сәхәүетдинов), механик һарылыҡ м‑н барған Ү.т.а. иҫкәртеү һәм дауалау (М.Ә.Нартайлаҡов,Ниғмәтуллин, Р.Э.Шәмсиев), Респ. балалар клиник дауаханаһында — үт сығарыу юлдарында үҫеш кәмселектәре булған балаларҙы хирургик дауалау (М.Т.Юлдашев) ысулдары эшләнгән. Респ. клиник дауаханаһында постхолецистэктомик синдромды (Ғәлиев, Г.Н.Сыңғыҙова), тышҡы үт бөтәү яраларын (Нартайлаҡов, Н.В.Пешков һ.б.); аллоплант (Р.С.Минһажев,Нартайлаҡов һ.б.) һәм лазер (В.С.Пантелеев, Соколов) ҡулланып хирургик дауалау үткәрелә.

   Әҙәб.: Хирургическое лечение повреждений печени/ Сафин М.А./ [и др.]. Уфа, 1997; Желчнокаменная болезнь и холецистит /Галеев М.А./ [и др.]. М., 2001; Хирургия печени и желчных путей/Нартайлаков М.А./ [и др.]. Уфа, 2005.

М.Ә.Нартайлаҡов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

 

  

 

 

 

Яндекс.Метрика