ҮҪЕШ КӘМСЕЛЕГЕ, ү ҫ е ш а н о м а л и я л а р ы, организмдың нормаль төҙөлөшөнән тайпылыш, ҡарында саҡта үҫеү процесында (башлыса йөклөлөктөң 6—12 аҙнаһында) барлыҡҡа килә. Эске ағзаларҙағы (ашҡаҙан‑эсәк юлдары, бәүел‑енес системаһы, йөрәк етешһеҙлектәре), терәк‑хәрәкәт системаһындағы (тыумыштан быуын сығыу, салыш аяҡлылыҡ), йөҙҙәге (китек ирен һәм аңҡау) һәм башҡа Ү.к. айырыла. Сәбәптәре: тышҡы (ҡайһы бер химик матдәләр, токсиндар, вирустар, ионлы нурланыш һ.б.) һәм эске (нәҫелдән күсеү, матдәләр алмашыныуы боҙолоу, әсәнең ауырыуҙары һ.б.), шуларҙан иң мөһимдәре — алкоголизм, наркомания, тәмәке тартыу, ҡатын кеше йөклө саҡта үткәргән инфекцион ауырыуҙар (ҡыҙылса, эпидемик паротит, грипп һ.б.), дарыуҙарҙы йыш ҡулланыу, тирә‑яҡ мөхиттең бысраныуы. Дауалау: хирургик һәм консерватив. Иҫкәртеү: медицина‑генетика консультацияһында тикшерелеү, Ү.к. барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ иткән факторҙарҙы булдырмау. Диагностика өсөн клиник, медикогенетик, ультратауыш, эндоскопик, рентген һ.б. тикшереү мәғлүмәттәре ҡулланыла. Башҡортостанда 100 мең кешегә тыумыштан аномалиялары, деформациялары һәм хромосом боҙолоштары булған тәүге асыҡланған ауырыуҙар һаны түбәндәгесә теркәлгән: 2005 й. — 82,0; 2006 — 107,4; 2008 — 89,0 кеше. БДМИ‑ла (ҡара: Медицина университеты) 20 б. 60‑сы йй. аҙ. алып күкрәк һәм ҡорһаҡ ҡыуышлығы ағзаларындағы Ү.к. (Ф.Х.Ғәйнанов, М.Ғ.Мәүлитова, З.Х.Әхмәтшин), ш. иҫ. тыумыштан булған күкрәк шаршауы бүҫерен (А.Ә.Ғүмәров), аш һеңдереү юлы икәү булыуын (Ш.С.Ишемов), салыш аяҡлы булыуҙы (Р.И.Дәүләтшин), өҫкө ирен һәм аңҡауҙың тыумыштан китеклеген (В.Ф. Татаринов) диагностикалау, хирургик дауалау ысулдары эшләнә һәм камиллаштырыла. 80‑се йй. аҙ. Ғүмәров етәкс. яңы тыуған балаларҙа күкрәк ҡыуышлығы ағзаларын һәм ашҡаҙан-эсәк трактын хирургик коррекциялау (Р.Ш.Хәсәнов) һәм эхографик диагностикалау (Н.П.Васильева), балаларҙа тыумыштан салыш аяҡлылыҡты төҙәтеү (Т.С.Псәнчин) ысулдарын, Ү.к. коррекциялау б‑са операциялар ваҡытында эндоскопик дауалауҙың һаҡлаусы (И.А.Мәмлиев, В.У.Сатаев) һәм ауыртыуҙы баҫыусы (В.В.Макушкин) технологияларын булдырыу б‑са эш алып барыла. Яңы тыуған балаларҙың иммуногенетик үҙенсәлектәре өйрәнелә (Л.Р.Кәлмәтова), ҡорһаҡ ҡыуышлығы ағзаларында Ү.к. булғанда полиорган етешмәүсәнлекте диагностикалау ысулдары камиллаштырыла (Н.Р.Хоссамова). Яңаҡ-бит өлөшөндә Ү.к. булған балаларҙы хирургик дауалау (Н.Е.Сельский), комплекслы терапия һәм реабилитация үткәреү (Л.П.Герасимова, С.В.Чуйкин) ысулдары, Ү.к. м‑н тыуған балаларға хирургик ярҙам ойоштороуҙы камиллаштырыу б‑са тәҡдимдәр эшләнә (Ғүмәров, Хәсәнов). Өфөлә яңы тыуған балаларға генетик мониторинг системаһында Ү.к. тикшереүҙәр үткәрелә (Т.Р.Вдовина).

А.Ә.Ғүмәров

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018