ҮРМӘЛСЕК ТУРҒАЙ (Sitta europaea), турғай һымаҡтар отрядының үрмәлсек турғайҙар ғаиләһенә ҡараған ҡош. Евразияла, Төньяҡ-Көнбайыш Африкала таралған. Ултыраҡ ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 13—16 см, ауырлығы 15—26 г (ата ҡоштар эрерәк), ҡанатының ҡоласы 25—28 см. Ҡауырһын ҡапламы зәңгәрһыу‑һоро төҫтә, тамағы, күкрәге һәм ҡорһағы аҡ, ян‑яғы ҡуңыр‑көрән. Башының сите буйлап, маңлайында һәм күҙҙәренең өҫтөндә аҡ һыҙат бар. Суҡышы тура, оҙон, уның төбөнән алып күҙҙәренә табан ҡара һыҙаттар үтә. Ҡанаттары ҡыҫҡа, түңәрәкләнгән. Аяғы ҡыҫҡа, бармаҡтары оҙон, осло кәкре тырнаҡлы. Ҡойроғо тура, ҡыҫҡа. Моногам. Ояһын ағас ҡыуыштарында ҡора, ҡарағай йәки башҡа ағас ҡабығының тәңкәләрен, ҡайһы берҙә ҡоро япраҡтар түшәй; ингән урынын диам. яҡынса 35 мм булған йомро кейә яһап, балсыҡ м‑н һылай. Ояла 4—12, йышыраҡ 6—9 ҡыҙғылт көрән төрткөлө аҡ йомортҡа була. Инә ҡош 14—18 көн дауамында баҫа. Көндөҙгө ҡош. Бөжәк, үрмәксе, еләк, ш. уҡ ағас үҫемлектәрҙең орлоғо м‑н туҡлана. Ҡышҡылыҡҡа запас әҙерләй. Бейек олонло япраҡлы, ҡатнаш һәм ылыҫлы урмандарҙа, ҡайһы берҙә парк һәм баҡсаларҙа, йылға буйындағы әрәмәлектәрҙә йәшәй. Респ. бөтә терр‑яһында, һирәкләп Башҡортостандың Урал алдында осрай.

Ә.Ф.Мәмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Илл:Үрмәлсек турғай (Sitta europaea)

 

 

 

Яндекс.Метрика