ҮРМӘКСЕ ҺЫМАҠТАР (Arachnida), быуынтығаяҡлылар класы. 11 отряды, 40 меңдән ашыу төрө билдәле. Башҡортостанда яҡынса 105 төрө бар. Кәүҙә оҙонлоғо 0,1—1,7 мм, нескә хитин кутикула (тышҡы һөлдә) м‑н ҡапланған, баш‑күкрәктән һәм ҡорһаҡтан тора (һирәгерәк ҡушылған). Баш‑күкрәге башлыса бөтөн, ҡайһы берҙә 6 пар аяҡлы (хелицерҙар, педипальптар һәм йөрөй торған 4 пар) ҡорһағы м‑н ҡушылған. Хелицерҙары (аҙыҡты ваҡлай йәки ҡорбандың тән япмаларын тешләй) ҡыҫҡыс, тырнаҡ һ.б. рәүешле, күп төрҙәрҙекендә ағыулы биҙҙәр бар. Педипальптар (аяҡ‑һәрмәүестәр) һиҙеү ағзаһы функцияһын үтәй йәки табышты тотоп тороу өсөн хеҙмәт итә. 1—4 пар ябай күҙе бар. Күпселек төрөнөң ҡорһағында үрмәксе ауы сөйәлдәре бар, ялған саян, бесәнсе һ. б. — сегменттарға бүленгән, талпандарҙыҡы — бөтөн. Ауыҙ аппараты һура торған. Аш һеңдереү системаһы алғы, урта һәм артҡы бүлектәрҙән тора. Үпкә йәки трахея, ҡайһы бер төрҙәре тән өҫтө м‑н тын ала. Ҡан тамырҙары системаһы йомоҡ түгел, йөрәге оҙон, көпшәле, остиялары күп, ваҡ төрҙәрҙеке редукцияланған. Һиҙеү ағзалары — һиҙеү төктәре, трихоботриялары (һауа тирбәлеүен һиҙә), лира рәүешле ағзалары (химик һиҙгерлекте тәьмин итә) яҡшы үҫешкән. Нервы системаһы йотҡолоҡ аҫты һәм йотҡолоҡ өҫтө төйөндәренән тора. Бүлеп сығарыу ағзалары — коксаль биҙҙәр һәм мальпигий көпшәләре. Үҫеше тура, талпандарҙыҡы — ҡатмарлы, балағорттарының һәм нимфаль стадияһының үҙенсәлекле формалары була. Ү.һ. айырым енесле, йомортҡа һала, ҡайһы бер төрө тере бала тыуҙыра. Аталаныуы тышҡы‑эске йәки эске. Башлыса ер өҫтө хайуандары, һыуҙа, тупраҡта, таштар аҫтында һ.б. ерҙәрҙә йәшәгән төрҙәре билдәле. Фитофагтар, йыртҡыстар, паразиттар, талпандарҙың күп төрҙәре — паразит таҫма ҡорттарҙың ваҡытлы хужалары, ауырыу тыуҙырыусыларҙы (геморрагик биҙгәк, ҡысынма, энцефалит һ.б.) таратыусылар, ауыл хужалығы һәм урман культуралары ҡоротҡостары. Ү.һ. тупраҡ яһалыу процесында һәм зарарлы бөжәктәрҙең һанын көйләүҙә ҡатнаша.

М.Ғ.Миһранов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018