ҮПКӘ ЛОБАРИЯҺЫ (Lobaria pulmonaria), лобариялар ғаиләһенә ҡараған лишайниктар төрө. Талломы эре япраҡлы, тиресәле, диам. 10—50 см. Айырсалары уйымлы‑ҡырлы, өҫкө йөҙөндә ҡырҙар араһында уйымы бар. Ҡырҙарында һәм айырсаларының ситтәрендә изидиялар, аҡ төҫтәге йомро соралдар (вегетатив үрсеү өсөн хеҙмәт итә) барлыҡҡа килә. Айырсаларының өҫкө йөҙө бер аҙ ялтыр, һорғолт көрән, еүешләнгәндә — йәшел төҫтә. Аҫҡы йөҙө һарғылттан алып ҡуйы көрән төҫкә тиклем, ҡыҫҡа өбөрө м‑н ҡапланған, тигеҙһеҙ, аҡһыл яланғас ҡабарынҡылыҡтары бар. Апотецияларының (һирәк барлыҡҡа килә) диам. 5 мм тиклем, ҡыҙыл-ҡуңыр төҫтәге батынҡы йәки яҫы дисклы. Белорет, Бөрйән, Ишембай, Күгәрсен һәм Мәләүез р‑ндарының ылыҫлы һәм ҡатнаш тау урмандарында ағас олондарында, ҡаяларҙа, таш һибелмәләрендә үҫә. БР‑ҙың һәм РФ‑тың Ҡыҙыл китаптарына индерелгән.

С.Е.Журавлёва

Тәрж. Г.А.Миһранова