УШУ (ҡытайса — хәрби оҫталыҡ) спорт төрө, шәхесте үҫтереүҙең традицион ҡытай системаһы, үҙ эсенә көрәштең физик күнегеүҙәрен һәм ысулдарын алған комплекс. У. ярыштар  таолу (оҙон һәм ҡыҫҡа ҡорал төрҙәре м‑н, ҡоралһыҙ, күпбәйгеләр б‑са комплекстар) һәм саньшоу (спорт алыштары) б‑са үткәрелә. Башҡортостанда У. үҫешә башлауы 1991 й. Өфө нефть техникумы эргәһендә беренсе секция асылыуға бәйле (етәксеһе И.З.Зарипов). 1993 й. алып Өфөлә йыл һайын БР чемпионаттары һәм Көнсығыш ҡара‑ҡаршы алыш фестивалдәре, 2009—10 йй. Волга буйы федераль округының У. б‑са чемпионаттары уҙғарыла. БР йыйылма командаһы — саньшоу б‑са Волга буйы федераль округы чемп. (2009—10). Донъя чемп.: Б.Ю.Страупе һәм Э.И.Зәйнетдинов (икеһе лә — 1997), И.З.Зарипов (1997, 1999), Б.Х.Йәндәүләтов, С.М.Усманов, Г.А.Сәхәбетдинов (бөтәһе лә — 2001), М.И.Зарипов (2007, 2009), А.А.Дымченко (2009). Донъя кубогын яулаусылар: Б.Ю.Страупе (1997), И.З.Зарипов (1997, 1999), Т.Б.Кәримов (2007), Дымченко, М.И.Зарипов, И.Х.Ураҙгилдин (бөтәһе лә — 2009). Европа чемп.: С.А.Макаров (2002). Башҡортостанда У. б‑са Баймаҡ, Белорет, Октябрьский, Өфө, Сибай, Учалы ҡҡ., Әлкә а. (Салауат р‑ны) 20‑гә яҡын секция бар, уларҙа 2 меңдән ашыу кеше шөғөлләнә (2009). 1994 й. башлап БР У. федерацияһы эшләй.

                                                                                                             И.З.Зарипов

Тәрж. М.Н.Моратшина

 

Илл.: Ушу буйынса Волга буйы федераль округы чемпионаты. Өфө, 2009. Саньшоу б‑са ярыштар