УШКОВ Геннадий Александрович [14.11.1931, БАССР‑ҙың Шишмә р‑ны Языков а. (БР‑ҙың Благовар р‑ны) — 7.4.1994, Өфө], тренер. Еңел атлетика б‑са РСФСР‑ҙың атҡ. тренеры (1987) һәм респ. категориялы судья (1963). БАССР‑ҙың атҡ. физик культура хеҙм‑ре (1987). П.Ф.Лесгафт ис. Ленинград физик культура ин‑тын тамамлағандан һуң (1959) Өфөлә эшләй: Башҡ‑н физик культура техникумында, 1961 й. алып Респ. йәштәр спорт мәктәбендә, 1964 й. — Баш. өлкә советы “Хеҙмәт” ДСО‑һында, 1971 й. — Салауат Юлаев ис. спорт. клубы ДЮСШ‑нда, 1983 й. башлап БР‑ҙың Юғары спорт оҫталығы мәктәбендә, бер үк ваҡытта БР (1961 й. алып), РСФСР (1971—91) һәм Рәсәй (1992 й. башлап) йыйылма командаларында тренер булып эшләй. Тәрбиәләнеүселәре араһында Л.М.Матвеева, ш. уҡ 20‑гә яҡын СССР һәм Рәсәй спорт мастеры. БР‑ҙың еңел атлетика Федерацияһының тренерҙар советы рәйесе (1965 й. алып).

Тәрж.М.Н.Моратшина