“УФАСПОРТПРОЕКТ”, а р х и т е к т у р а ‑ п р о е к т п р е д п р и я т и е һ ы. 1971 й. “Союзспортпроект” спорт ҡоролмаларын проектлау б‑са Бөтә союз ин‑тының (Мәскәү) Өфө зона оҫтаханаһы булараҡ ойошторола, 1992 й. алып “У.” бәләкәй пр‑тиеһы, 1994 й. ябыла. Пр‑тие сана‑бобслей трассаһын, критик ҡеүәте 90 м булған трамплинды (ҡара: “Трамплин”), “Урожай” ДСО‑һының спорт базаһын, Спорт һарайының бәләкәй боҙ аренаһын (Өфө), “Нефтсе” спорт комб‑тының атыу тирын, ӨМЭПБ‑ның “Звёздный” балалар һауыҡтырыу лагерын, ш. уҡ спорт бассейндарын, балалар баҡсаларын, пионер лагерҙарын, поликлиникалар, спорт залдарын һәм төрлө пр-тиеларҙың, учреждениеларҙың спорт‑һауыҡтырыу комплекстарын проектлауҙа ҡатнаша. Пр‑тие м‑н И.Ф.Минкин һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

С.М.Шальнова

Тәрж. М.Н.Моратшина

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018