УРОЛОГИЯ АУЫРЫУҘАРЫ, кеше һәм хайуандарҙың бәүел‑енес системаһы ағзалары ауырыуҙары төркөмө. Бәүел бүлеп сығарыу системаһы ауырыуҙары (нефрит, һейҙек ташы ауырыуы), ир‑аттың енси системаһы ауырыуҙары (простатит һ.б.), ҡатын‑ҡыҙҙың янбаш ағзалары ауырыуҙары, бәүел‑енес системаһының башҡа боҙолоштары (травмалар, үҫеш кәмселеге, шештәр һ.б.) айырыла. У.а. ағыулы факторҙар, инфекция йоғонтоһонда, матдәләр алмашыныуы боҙолғанда, ныҡ һыуыҡ тейҙергәндә һ.б. сәбәптәр арҡаһында үҫешә. Симптомдары: кесе ярау иткәндә ауыртыу тойоу, бәүел сығарыу каналдарынан патологик бүлендектәр сығыуы, бәүелдең, сперманың үҙгәреүе һ.б.

Кешенең У.а. Ир‑аттың простата биҙе, ҡатын‑ҡыҙҙың аналыҡ муйынтығы ауырыуҙары, күрем функцияһы боҙолоу һ.б. йыш осрай. Диагностика өсөн клиник, лаб. һәм инструменталь (компьютер томографияһы, радиоизотоп ренографияһы, рентгенологик, сцинтиграфия һ.б.) тикшереү мәғлүмәттәре ҡулланыла. Дауалау медикаментоз һәм хирургик. Иҫкәртеү: У.а. барлыҡҡа килтергән факторҙарҙы булдырмау. У.а. диагностикалау, дауалау һәм иҫкәртеү проблемалары б‑са фәнни тикшеренеүҙәр Медицина университетында алып барыла. Шулай уҡ ҡара: Нефрология, Урология.

Хайуандарҙың У.а. Шешеү ауырыуҙары (уроцистит, орхит, простатит һ.б.), һейҙек ташы ауырыуы, һыйыр малында хроник гематурия, үҫеш кәмселектәре (крипторхизм, эктопия һ.б.) киң таралған. Юғары продуктлы малда, йәш малда һәм йыртҡыстарҙа йышыраҡ теркәлә. Диагностика өсөн клиник, лаб. һәм инструменталь (рентгенография, ультратауыш диагностикаһы һ.б.) тикшереү мәғлүмәттәре ҡулланыла. Дауалау медикаментоз (антибиотиктар, бәүел ҡыуыу саралары һ.б.) һәм хирургик. Иҫкәртеү: малды ашатыу һәм аҫрау технологияларын, яһалма ҡасырыу, бесеү, бәүел ҡыуығы катетеризацияһы һ.б. ваҡыттарҙа асептика ҡағиҙәләрен үтәү. У.а. диагностикалау, дауалау һәм иҫкәртеү өлкәһендә фәнни тикшеренеүҙәр 20 б. 70‑се йй. башлап Аграр университетта алып барыла (В.Н.Байматов, Е.С.Волкова, А.Х.Ғәлиев, С.А.Ивановский, Е.Н.Сковородин һ.б.).

В.Н.Павлов, Һ.М.Хәбибов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.