“УРОЖАЙ” Б ө т ә  Р ә с ә й  и р е к л е  с п о р т  й ә м ғ и ә т е. Совхоз, колхоз эшселәрен һәм хеҙм‑рҙәрен, РСФСР а.х. һәм кооператив уҡыу йорттары уҡыусыларын берләштергән. БАССР‑ҙың “У.” ДСО‑һы 1956— 87 йй. эшләй, “У.” ДСО‑һының Башҡ‑н өлкә советы етәкселек итә. Респ. йәмғиәте составына “Байрамғол” спорт клубы, БАХИ, “Толпар” ат спорты комплексы, спидвей б‑са “Урожай” командаһы (Мәләүез ҡ.) ингән. Тәрбиәләнеүселәре араһында В.Ф.Анохин, Г.В.Ваганов, Е.И.Гирко, Е.В.Зинковский, В.И.Ильясов, Е.В.Каледина, Р.Ш.Юнысов, А.Г.Яковлев һ.б. Йәмғиәт м‑н тренерҙар В.М.Зинковский, А.А.Книсс, А.А.Рябов, А.М.Уткин, Ю.Е.Филиппов һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Ю.М.Вәлиев

Тәрж. М.Н.Моратшина