“УРАЛ”,Урал” волейбол клубының спорт комплексы. Өфөлә урынлашҡан. 1988 й. “БЭТО” ААЙ‑ның “Восход” спорт комплексы булараҡ асыла, 1999 й. алып “Башнефть” АНК‑һының “Башҡортостан нефтсеһе”, 2001 й. — “Башҡортостан нефтсеһе”, 2007 й. хәҙ. исемен йөрөтә. Трибуналы (300 урынлыҡ) спорт залы (42х19 м), тренажёр майҙансығы, мед. пункты, саунаһы һ.б. бар. “У.” 1995—2008 йй. Рәсәй чемпионаттары матчтары, 1999—2001 йй. волейбол б‑са“Башҡортостан нефтсеһе” командаһы ҡатнашлығында “Башҡорт нефте” кубогына Бөтә Рәсәй турниры үтә.

М.А.Никерин, С.К.Семёнов

Тәрж. М.Н.Моратшина

 

Илл.: Уралспорт комплексы