“УРАЛ”, волейбол клубы. Өфөлә урынлашҡан. 1992 й. “Башҡортостан нефтсеһе”, 2001 й. —  “Башҡортостан нефтсеһе” булараҡ төҙөлә, 2007 й. — хәҙ. исемен йөрөтә. Составына “У.” командаһы (суперлига), “Урал‑2” (юғары лига), “Динамо‑Урал” (1‑се лига), ДЮСШ, “Урал” спорт комплексы, “Урал” спорт‑һауыҡтырыу комплексы инә. “У.” волейбол б-са — Рәсәй чемпионатының юғары лигаһы еңеүсеһе (1996), Рәсәй кубогының көмөш призёры (1999), БР Президенты Кубогы турниры еңеүсеһе (2007, 2009). 10 Рәсәй спорт мастеры әҙерләнгән.

С.Ю.Никитина

Тәрж.М.Н.Моратшина