“УРАЛ”,Урал” волейбол клубының спорт‑һауыҡтырыу комплексы. Өфөлә урынлашҡан. 1988 й. “Башкирэнерго” ААЙ ПТУ‑ның спорт комплексы булараҡ асыла, 2004 й. алып “Энергетик”, 2007 й. — хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. Бассейны (25х14 м), трибуналы (300 урынлыҡ) спорт (36х18 м), аэробика (13х6 м) һәм тренажёр (12х12 м), конференц (20 урынлыҡ) залдары, мед. пункты, 2 саунаһы һ.б. бар. Йөҙөү секцияһы эшләй. 1993 й. башлап “У.” Рәсәй чемпионатының 1‑се һәм юғары лигалар матчтары үтә, 2010 й. волейбол б‑саүҫмерҙәр араһында Рәсәй беренселеге финалы үткәрелә.

М.А.Никерин, С.К.Семёнов

Тәрж. М.Н.Моратшина