АРЫҪЛАНҒОЛОВ Фәнил (Фаил) Тимерхан улы (1.4.1954, БАССР‑ҙың Стәрлебаш р‑ны Иҫке Ҡалҡаш а.), баянсы. БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1989). ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1981; В.Ф.Беляков класы) БАДТ баянсыһы, 1988 й. алып муз. бүлеге мөдире; 1994 й. — А.Ғ.Ғәлимовтың “Айҙар” театр‑студияһы музыканты. А.‑аккомпаниатор һәм аранжировкалаусы ижадында профессионаллек һәм халыҡсанлыҡ традициялары аһәңле берләшә. БАДТ‑ның “Ҡанатланып ос һин, Толпарым!” (1990; Ф.М.Бүләков), “Тиле йәшлек” (1991; И.Ә.Абдуллин), “Атылған йондоҙ” (1992; Ф.В.Богданов), “Йәш йөрәктәр” (1993; Ф.Бурнаш) спектаклдәрен һ.б. муз. яҡтан биҙәй. Ҡарағалпаҡ АССР‑ында үткәрелгән БАССР әҙәбиәте һәм сәнғәте көндәрендә (1976), халыҡ‑ара театр фестивалендә (Дәмәшк, 1986) ҡатнаша. Рәсәй, Италия, Финляндия, Япония илдәре буйлап гастролдәрҙә була. Волга буйы баянсыларының төбәк конкурсы дипломанты (Ульяновск ҡ., 1974).

Әҙәб.: Ғәбиҙуллина Ф. Һағышлана гармун йәндәре... //Һоҡланһын бар донъя. Өфө, 1999.

Тәрж. Г.С.Балтабаева

Текст на русском языке