УРАҘБАХТИН Илдар Миҙхәт улы [9.5.1954, БАССР‑ҙың Боҙаяҙ р‑ны Атйетәр а. (БР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны)], хирург. Мед. ф. д‑ры (2005). БР‑ҙың атҡ. табибы (2005). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1978) Өфөнөң 8‑се дауаханаһында, 1979 й. алып Асҡын үҙәк район дауаханаһында, 1981 й. — Өфөнөң 21‑се дауаханаһында эшләй, 2004– 14 йй. БДМУ‑ның өстәмә белем биреү ин‑тында уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге ҡорһаҡ ҡыуышлығы ағзаларында киҫкен хирургик ауырыуҙар булған кешеләрҙе эндоскопик, эндохирургик тикшереүгә, диагностикалауға һәм дауалауға, туҡымаларҙағы патологик үҙгәрештәрҙе объективлаштырыу өсөн төҫ метрологияһын өйрәнеүгә арналған. У. ҡатнашлығында лайлалы тиресәләр колориметрияһы, видеоэндоскопик тикшереүҙәр ваҡытында ишемияны һәм сероз тиресәләрҙең шешеү реакцияһын баһалау һ.б. ысулдар эшләнгән. 270‑кә яҡын фәнни хеҙмәт һәм 7 уйлап табыу авторы. БР‑ҙың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт пр. лауреаты (2007).

Х е ҙ м.: Хирургия абдоминальных повреждений. М., 2005 (авторҙ.); Применение лазерной допплеровской флоуметрии в эндоскопии и эндохирургии при неотложных заболеваниях органов брюшной полости. М., 2006 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина