УМЫРТҠАҺЫҘҘАР (Invertebrata), умыртҡалығы булмаған хайуандар. 20‑нән ашыу тибы (саркомастигофорҙар, споровиктар, инфузориялар, яҫы ҡорттар, беренсел ҡыуышлы селәүсендәр, балдаҡлы селәүсендәр, моллюскылар, быуынтығаяҡлылар һ.б.), 1,5 млн яҡын төрө билдәле. Бөтә ерҙә таралған. Башҡортостанда У. 17 меңгә яҡын төрө билдәле (ҡара: Биологик ресурстар). Күпселек төрө ирекле йәшәй, паразиттар. У. — экосистемаларҙың туҡланыу сылбырҙарында мөһим быуын: микроорганизмдар, ылымыҡтар һ.б. үҫемлектәр, ш. уҡ үле органик матдәләр (ҡара: Детритофагтар) м‑н туҡлана, үҙҙәре йыртҡыс У. һәм умыртҡалылар өсөн аҙыҡ булып тора. Ҡайһы берҙәре кеше һәм хайуандарҙың (аскаридоз, лептоспироз), үҫемлектәрҙең (фитоарахноздар, фитогельминтоздар һ.б.) күпселек ауырыуҙарын тыуҙырыусы һәм таратыусы. У. күп төрө — ауыл хужалығы һәм урман культуралары ҡоротҡостары, улар м‑н көрәшер өсөн У. паразит һәм йыртҡыс төрҙәре (яйҙаҡтар, трихограммдар һ.б.) ҡулланыла.

Р.Ф.Биккенин

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

 

 

 

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018