УМЫРТҠАЛЫЛАР, баш һөйәклеләр (Vertebrata, Craniata), хордалылар ярым тибы. Яҡынса 42 мең төрө билдәле, 2 төр хайуандарға берләшкән: беренсел һыу (түңәрәгауыҙҙар, кимерсәкле балыҡтар, һөйәкле балыҡтар, ер‑һыу хайуандары) һәм беренсел ер өҫтө (һөйрәлеүселәр, ҡоштар, имеҙеүселәр). Бөтә Ер шары буйлап таралған. Башҡортостанда 5 класҡа (түңәрәгауыҙҙар һәм кимерсәкле балыҡтарҙан башҡа) ҡараған яҡынса 430 төрө бар. Йәшәү формалары күп, беркетелгән формалары һәм паразиттары юҡ. Күп У. даими тән т‑раһы, яралғыларының ҡарын эсендә үҫеше, индивидуаль һәм төркөмдәгетотоштарының, психик эшмәкәрлектәренең юғары формалары булыуы м‑н билдәләнә. Эволюция барышында хорда кимерсәк (яңаҡһыҙҙарҙа һәм күп кенә балыҡтарҙа) йәки һөйәк умыртҡаларҙан (У. башҡа төрҙәре) торған умыртҡалыҡ (мускулатура өсөн терәк) м-н алыштырылған, туҡланыу, тын алыу, ҡан әйләнеше, бүлеп сығарыу процестары, һиҙеү ағзалары һәм үҙәк нервы системаһы камиллашҡан. Аш һеңдереүҙе ҡатмарлы фермент системалар тәьмин итә. Йөрәге төп (йөрәк алды, ҡарынсыҡтар) һәм өҫтәлмә (веноз синус, артериаль конус) бүлектәрҙән тора. Ҡан тамырҙары системаһы йомоҡ. Һыу У. (яңаҡһыҙҙар, балыҡтар) айғолаҡтар, ер өҫтө У. — парлы үпкәләр аша тын ала. Бүлеп сығарыу һәм һыу‑тоҙ алышыныуы ағзалары — кәүҙәлә, йәки мезонефрик бөйөрҙәр (мезонефрос; балағорттарҙа — пронефрос). Ер өҫтө У. мезонефросы метанефрик (янбаш) бөйөрҙәр (метанефрос) м‑н алыштырылған, был һыуҙы экономиялауҙы тәьмин итә. Метаболизмдың гормональ көйләүе ҡатмарлы, эндокрин биҙҙәр системаһы м‑н тәьмин ителә. Нервы системаһына көпшәле төҙөлөшлө баш һәм арҡа мейеләре инә. Һиҙеү ағзалары яҡшы үҫешкән. Айырым енеслеләр, балыҡтар араһында гермафродиттар бар. Ябай төҙөлөшлө У., ғәҙәттә, йомортҡа һала. Тере бала тыуҙырыусылар бөтә төркөмдәрҙә лә осрай (түңәрәгауыҙҙар һәм ҡоштарҙан тыш), имеҙеүселәрҙә был — үрсеүҙең төп формаһы. Ҡош һәм имеҙеүселәргә нәҫел т‑да хәстәрлек хас. Экосистемаларҙа мөһим роль уйнайҙар, күп организмдарҙың һанын көйләйҙәр. У. йорт һәм һунар йәнлектәренең(ҡара: Балыҡсылыҡ, Йәнлекселек, Малсылыҡ), ағыулы хайуандарҙыңкүп төрө, ш. уҡ халыҡ хужалығына зыян килтергән һәм инфекцион ауырыуҙарҙы тыуҙырыусыларҙы таратыусылар инә. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына У. 82 һирәк төрө (7 төр балыҡ, 2 ер‑һыу хайуандары, 6 һөйрәлеүсе, 49 ҡош, 18 хайуан) индерелгән.

И.П.Дьяченко

Тәрж. Г.А.Миһранова