УҠЫУ‑КҮНЕКМӘЛӘР ҮҘӘГЕ №464. 77210‑сы хәрби часть эргәһендә урынлашҡан (Өфө). 1989 й. СССР Хәрби һауа көстәренең 219‑сы спорт клубы булараҡ асыла, 1998 й. алып Рәсәй Хәрби һауа көстәренең 464‑се физик культура һәм спорт уҡыу‑күнекмәләр үҙәге. 2 тренажёр залы (18х18 м), ҡаршылыҡтар һыҙығы (110 м), волейбол һәм спорт майҙансығы бар. 28 секция эшләй, ш. иҫ. ауыр атлетика, биатлон, еңел атлетика, пауэрлифтинг, фехтование һ.б. Тәрбиәләнеүселәре араһында Р.Р.Ғәниев, Г.А.Куклева, Л.М. Матвеева, С.Я.Мор, Р.Р.Нәсибуллин, Э.А.Тюкин, Ю.Н.Федоренко, М.А. Чудов, Л.Б.Шобухова, В.Р.Әйүпов һ.б. бар. Үҙәк м‑н тренерҙар С.Н.Игнатьев, А.Н.Макаров, Б.И.Шейко, А.Ф.Яруллин һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

С.Н.Яременко

Тәрж. М.Н.Моратшина

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.