УЙЫЛДАНОВА Айгөл Рәйеф ҡыҙы (15.8.1980, БАССР‑ҙың Өфө р‑ны  Николаевка а.), спортсы. Софтбол б‑саРәсәйҙең халыҡ‑ара класлыспорт мастеры (1999). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (2000). Урал физик культура акад. тамамлаған (2003). Өфө р‑ны СДЮСШОР‑ы тәрбиәләнеүсеһе (тренерҙары В.В.Маклаков, Е.Ф.Маклакова). Европа илдәре кубоктары кубогын (1999) һәм Рәсәй кубоктарын (1994, 1997—98) яулаусы, Европа чемпионатының бронза (1999) һәм Европа кубогы (1998) призёры, Рәсәй чемпионаттарының көмөш (1995, 1998) һәм бронза (1993—94, 1996—97, 1999) призёры. Ҡыҙҙар араһында Европа беренселеге еңеүсеһе (1996).Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (1995—99).

Тәрж. М.Н.Моратшина