УЙЫЛДАНОВ Рауил Нуретдин улы (13.10.1941, БАССР‑ҙың Учалы р‑ны Һәйтәк а. — 20.7.2000, Өфө), ветеринар врач. Биол. ф. д‑ры (1995), проф. (1997). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1971) Учалы р‑нында эшләй: “Поляковка” с‑зының ветеринар врачы, 1972 й. алып В.И.Ленин ис. к‑здың баш ветеринар врачы. 1978 й. башлап БДАУ‑ҙың биохимия лаб. мөдире, 1989 й. — БНИИСХ‑ның үҙәк аналитик лаб. мөдире, 1997 й. — ветеринария һәм зоогигиена лаб. мөдире, бер үк ваҡытта БДАУ‑ҙа уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре ашатыу һәм аҫрауҙың төрлө шарттарында йәш а.х. малдарының продуктлылығын, тәбиғи резистентлығын, именлеген арттырыуға, иртә постнаталь осорҙа йәш һыйыр малын үҫтереү өсөн ҡулланылған яңы биологик препараттарҙы (анаболиктар, микроэлементтар һәм экзоген ферменттар) һынауға һәм производствоға индереүгә арналған. 95 фәнни хеҙмәт һәм 9 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Влияние биостимуляторов на продуктивность и некоторые показатели минерального обмена бычков при различных типах откорма //Вопросы разведения, кормления и содержания жвачных животных. Уфа, 1986 (авторҙ.); Влияние гумата натрия на продуктивности уток //Актуальные проблемы производства и переработки продуктов животноводства и птицеводства. Уфа, 2000 (авторҙ.).

Р.Ғәлимуллина

Тәрж. Г.А.Миһранова