АРЫҪЛАН РАНҒОЛОВ (? — 29.4.1775, Өфө), Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Себер даруғаһы Танып улусы Ҡыйғаҙы а. (хәҙ. Асҡын р‑ны) башҡорттарынан. Шул уҡ ауылдың сотнигы. 1773 й. окт. — 1774 й. мартында Пугачёвтың Төп ғәскәре составында Ырымбурҙы ҡамауҙа ҡатнаша. Әсирлеккә эләгә, Яйыҡ комендант канцелярияһы тикшереүе аҫтында була, азат ителә. 1774 й. йәйе—көҙөндә А.Р. отряды Ҡазан эргәһендәге, Бөрө һәм Әңгәсәк шарап ҡыуыу з‑ды (Өфө провинцияһы) янындағы һуғыштарҙа ҡатнаша, Салауат Юлаев ғәскәре составында И.К.Рылеев етәкс. хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы көрәшә, һуңынан Тере Танып й. үрендә һуғыша. 1775 й. Ҡазан йәшерен комиссияһы тикшереүе аҫтында була. Өфө төрмәһендә үлә.

Н.М.Ҡолбахтин

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке