ТУҒАҘАҠ (Otis tarda), торна һымаҡтар отрядының туғаҙаҡ һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған ҡош. Евразияла таралған. Күсәр ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 80—120 см, ауырлығы 7—12 кг, ҡанат ҡоласы — 190—260 см. Башы һәм муйыны һоро, арҡаһы ҡара арҡыры һыҙыҡлы ерән төҫтә, ҡорһағы аҡ. Ҡанаттары аҡ, төбө ерән, остары ҡара төҫтә. Ҡойроғо ҡыҫҡа. Аяҡтары уртаса оҙонлоҡта, бармаҡтары ҡыҫҡа, ҡаты сөйәлле мендәрҙәре бар, артҡы бармағы юҡ. Енси диморфизм хас: ата ҡоштар эрерәк, сағыуыраҡ төҫтә, яҙын уларҙың муйынының өҫкө өлөшөндә суҡышының ике яғы буйлап оҙон еп рәүешле ҡауырһын шәлкемдәре үҫеп сыға, йәй уртаһына юҡҡа сыға. Полигам. Яҙын даланың тигеҙ асыҡ участкаларында йәки һөҙәк ҡалҡыулыҡ түбәһендә гөлдөрләй. Төркөмләп йәки яңғыҙар, йышыраҡ иртәнге ваҡытта гөлдөрләй. Ояһын үлән араһында соҡорҙа ҡора, эсенә үҫемлек һабаҡтары түшәй. Йылына 1 тапҡыр бала сығара, ояһына 2 (һирәгерәк 3) сыбар йомортҡа һала, инә ҡош 21—28 көн дауамында баҫа. Т. көндөҙгө ҡош. Үҫемлектәрҙең орлоҡтары, бүлбе һәм йәшел өлөштәре, ш. уҡ бөжәк(йышыраҡ ҡуңыҙҙар һәм тура ҡанатлылар), селәүсен, тәлмәрйен, кеҫәртке, кимереүсе, ваҡ ҡоштарҙың балалары м‑н туҡлана. Баймаҡ, Стәрлетамаҡ, Фёдоровка, Хәйбулла һәм Әбйәлил р‑ндарында далала, урманлы далала, болондарҙа осрай. БР‑ҙың һәм РФ‑тың Ҡыҙыл китаптарына индерелгән.

Ә.Ф.Мәмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.