ТУБЕРКУЛЁЗҒА ҠАРШЫ ДИСПАНСЕР, дәүләт һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы. Башҡортостанда туберкулёзды иҫкәртеү һәм дауалау б‑са төп махсуслаштырылған үҙәк. Өфөлә урынлашҡан. Т.ҡ.д. составына 780 урынлыҡ стационар һәм сменаға 535 кеше ҡабул иткән 6 поликлиник бүлек (5 диспансер, ш. иҫ. 2 балалар һәм 1 консультатив), диагностика хеҙмәте һ.б. инә. Стационарҙа 11 бүлек, шуларҙың 6‑һы ололарҙың үпкә туберкулёзын (450 урынлыҡ), үпкәнән башҡа туберкулёзды дауалау өсөн (60 урынлыҡ), балалар (50 урынлыҡ), 3 хирургия, анестезиология һәм реанимация (220 урынлыҡ) һ.б. бүлектәр бар. 2008 й. 148 табип һәм 331 урта мед. хеҙм‑ре эшләгән; стационар ярҙам 3,5 мең, консультатив — 225 меңдән ашыу пациентҡа күрһәтелгән. 1921 й. Өфө өлкә Т.ҡ.д. булараҡ нигеҙ һалына, 1931 й. алып Башҡ‑н ғилми-ғәмәли туберкулёз ин‑ты, 1939 й. — Башҡ‑н респ. Т.ҡ.д., 1993 й. башлап Респ. Т.ҡ.д. Учреждение м‑н М.Н.Карнаухов, Г.А.Мелкумов, Х.Ҡ.Әминев һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Әҙәб.: Х а с а н о в Р.М., А з а м а т о в а М.М., Л и т в и н о в а Ц.А. История организации борьбы с туберкулёзом в Республике Башкортостан за 80 лет // Здравоохранение Башкортостана. 2001. №6.

М.М.Азаматова

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

 

 

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.