АРЫҪЛАН ҠОЙРОҒО (Leonurus), ирен сәскә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 14 төрө билдәле, Көнбайыш Европанан Үҙәк Азияға тиклем таралған.

Башҡортостанда бишҡалаҡ А.ҡ. һәм күгелйем А.ҡ. үҫә. Күп йыллыҡ төклө үлән. Һабағы төҙ, тармаҡлы, ҡыуыш, дүрт ҡырлы, бейеклеге 90—100 см тиклем. Япрағы һаплы, ҡапма-ҡаршы, бөтөн; аҫҡыһы йөрәк һымаҡ нигеҙле, йомортҡа рәүешендә, 5—7 тапҡыр бармаҡса теленгән; өҫкөһө — оҙонса-эллипс йәки ланцет формаһында, өс бүлемле йәки өс ҡалаҡлы. Сәскәһе ал йәки ҡуйы ҡыҙыл төҫтә, таҡыяларҙа башаҡ һымаҡ сәскәлеккә йыйылған, сәскә ҡолаҡсындары беҙ һымаҡ. Июнь—сент. сәскә ата. Емеше — 4 сәтләүек һымаҡ өлөшкә бүленеүсе ценобий, июль—окт. өлгөрә. Йылға ярында, ҡыуаҡлыҡ араһында, ташландыҡ ерҙә үҫә; бишҡалаҡ А.ҡ. бөтә респ. терр‑яһында таралған, күгелйем А.ҡ. һирәкләп Көйөргәҙе һәм Хәйбулла р‑ндарында осрай. Баллы үҫемлектәр. Составтарында алкалоидтар, флавоноидтар, эфир майҙары һ.б. бар, медицинала ҡулланылалар.

Ғ.М.Фазылова

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке