ТРУБИНА Татьяна Борисовна (18.11. 1963, Өфө), гинеколог. Мед. ф. д‑ры (2000), проф. (2009). БР‑ҙың атҡ. табибы (2009), БР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2007). Н.Н.Глебованың ҡыҙы. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1986) Өфөнөң 8‑се дауаханаһында эшләй (2002 й. алып бүлек мөдире), бер үк ваҡытта 2002 й. башлап БДМУ‑ла уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге мед. аборты һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән өҙлөгөүҙәргә, гинекологияла ҡыуышлыҡ һәм реконструктив- пластик операциялар, ш. иҫ. ҡатын‑ҡыҙҙың эске енси ағзалары түбәнәйгән һәм төшкән ваҡытта, ысулдарын камиллаштырыуға арналған. Т. ҡатнашлығында балаятҡы эсенә операция яһағанда өҙлөгөүҙәрҙе иҫкәртеү, ҡорһаҡ эсенә ҡан аҡҡан ваҡытта анестезиологик һәм хирургик ярҙам ысулдары һ.б. эшләнгән. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 10 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Трансвагинальные реконструктивно-пластические органосохраняющие и радикальные операции в гинекологии. Уфа, 2004 (авторҙ.); Реабилитация женщин, перенесших абдоминальные и трансвагинальные операции в акушерстве и гинекологии. Уфа, 2007 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018