ТРИХОФИТИЯ, т р и х о ф и т о з, кешенең, хайуандарҙың тире һәм уның сығарылмалары зарарланыуы м‑н бәйле бәшмәк ауырыуы. Тыуҙырыусылары — Trichophyton затына ҡараған антропофиль (кешелә генә паразит булып йәшәгән) һәм зоофиль (кеше һәм хайуандарҙы зарарлаған) бәшмәктәр.

Кешеләге Т. Зарарланыу тәрәнлеге б‑са — тиренең өҫкө ҡатламы (йоҡтороу сығанағы — ауырыу кеше һәм көндәлек кәрәк‑ярағы) һәм инфильтратив‑эренләткес (ауырыу а.х., йорт хайуандары, кимереүселәр) Т.; патологик процестың урыны б‑са баштың сәсле өлөшө, шыма тире Т. һ.б. айырыла. Ауырыуҙың төп симптомдары: тирелә көрпә һымаҡ ҡабыҡ, ҡыуыҡ, ҡутыр м‑н ҡапланған төрлө кимәлдәге шешеү күренештәре булған сығанаҡтар, сәстең өлөшләтә һыныуы (тамыр янында йәки тиренән 1—2 мм өҫтәрәк) һәм ҡойолоуы һ.б. Диагностика өсөн клиник һәм лаб. (микроскопик, культураль) тикшереү мәғлүмәттәре ҡулланыла. Дауалау медикаментоз (бәшмәккә ҡаршы, иммунитетты күтәргән препараттар, ыуыныу дарыуҙары һ.б.). Иҫкәртеү: даими профилактик тикшереүҙәр, фермаларҙа эпидемияларға ҡаршы саралар һ.б. үткәреү. Башҡортостанда 100 мең кешегә Т. м‑н ауырыусылар: 2005 й. — 7,6; 2007 — 5,2; 2008 — 4,5. Башҡ‑н тире‑венерология ҒТИ‑нда (ҡара: Тире-венерология диспансеры) 20 б. 30‑сы йй. А.К.Якубсон етәкс. Т. эпидемиологияһы мәсьәләләре өйрәнелә. 60‑сы йй. башлап фәнни тикшеренеүҙәр Медицина университетында алып барыла: яңы тыуҙырыусылар табыла, төрлө Т. формалары клиникаһының үҙенсәлектәре өйрәнелә, Т. м‑н ауырыусыларҙы ҡыҫҡа ваҡытта дауаларға мөмкинлек биргән ысулдар эшләнә (Е.А.Медведева, Э.В.Чистякова); инфильтратив‑эренләткес Т. дауалау ысулдары камиллаштырыла (З.Р.Хисмәтуллина).

ХайуандағыТ. Тиренең өҫкө ҡатламы, тәрән (фолликуляр) һәм һиҙелер‑һиҙелмәҫ (атипик) Т. формалары айырыла. Хайуандарҙың бөтә төрҙәре лә бирешә, бигерәк тә йәш мал һиҙгер. Инфекция сығанаҡтары — ауырыу һәм ауырыу үткәргән хайуандар. Ауырыу инфекция эләккән мал ҡарау предметтары, ҡорамалдар, мал аҙыҡтары һ.б. аша йоға. Инкубация осоро 5—30 тәүлек тәшкил итә. Төп симптомдары: төбөнән йөнө һынған, һорғолт‑көлһыу төҫтәге ҡутыр м‑н ҡапланған ҡауаҡлы тире участкалары (тәүге сығанаҡтары — күҙ тирәләй, танауҙа, ҡолаҡтарҙа), сероз‑эренле экссудат бүлеп сығарған шеш, ҡысыныу, хайуандарҙың тынысһыҙланыуы һәм продуктлылығы кәмеүе, тәрән зарарланыу осрағында — эренле фолликулит, абсцестар һ.б. Диагностика өсөн клиник, патоморфологик, эпизоотологик һәм лаб. тикшереү мәғлүмәттәре ҡулланыла. Дауалау медикаментоз (гризеофульвин, фунгицид майҙар, эретмәләр һ.б.). Иҫкәртеү: хайуандар тәрбиәләү һәм аҫрауҙың ветеринария‑санитария ҡағиҙәләрен үтәү, вакцинация, карантин, кимереүселәр м‑н көрәш һ.б. Башҡортостанда Т. һуңғы осрағы 1988 й. теркәлгән. 70—80‑се йй. В.М.Болдырев етәкс. һыйыр малын ТФ‑130 дауалау‑иҫкәртеү вакцинаһын ҡулланып дауалау һәм иҫкәртеүҙең яңы ысулдары эшләнә һәм индерелә.

Әҙәб.: С а р к и с о в А.X. Иммунитет и специфическая профилактика трихофитии крупного рогатого скота //Вестник сельскохозяйственной науки. 1973. №11; А ю п о в Х.В., Б о л д ы р е в В.М., Х а з и е в Г.З. Современные методы ветеринарной обработки животных. Уфа, 1980.

М.М.Ғафаров, У.Ғ.Ҡадиров

Тәрж. Г.А.Миһранова  

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018