ТРИХОМОНОЗ, т р и х о м о н и а з, бәүел‑енес системаһы ағзаларының зооантропоноз протозой ауырыуы. Тыуҙырыусыһы — Trichomonas vaginalis; организмдан тыш аҙ тотороҡло, т‑ра 40°С артыҡ булғанда, киптергәндә һәм дезинфекция саралары тәьҫирендә үлә. Яңы, хроник (2 айҙан ашыу) һәм симптомһыҙ (трихомонада йөрөтөүсәнлек) Т. бүленә. Йоҡтороу сығанағы — Т. м‑н ауырыған кешеләр һәм еңсә трихомонадаларын йөрөтөүселәр. Енси юл м‑н, һирәгерәк көнкүрештә йоға. Ауырыуҙың таралыуына тәртипһеҙ енси бәйләнеш, гиповитаминоз, организмдың ауырыуҙарға ҡаршы тороу һәләтенең кәмеүе булышлыҡ итә. Инкубация осоро 3 көндән алып 4 аҙнаға тиклем. Енси ағзаларҙың лайлалы тиресәләренә эләгеп, трихомонадалар уларға йәбешә, тиресәнең аҫҡы ҡатламына үтеп инеп бәүел‑енес системаһында шешеү процесы тыуҙыра. Өҙлөгөү: простатит, эндометрит, түлһеҙлек һ.б. Диагностика өсөн клиник, бактериоскопик, иммунологик һәм биорезонанслы тикшереү ысулы мәғлүмәттәре ҡулланыла. Дауалау медикаментоз. Иҫкәртеү: шәхси гигиена ҡағиҙәләрен үтәү, осраҡлы енси бәйләнеш ваҡытында презерватив ҡулланыу һ.б. Башҡортостанда 100 мең кешегә Т. м‑н ауырығандар түбәндәгесә теркәлгән: 2004 — 221,3; 2006 — 176,2; 2008 — 144,2 кеше. 21 б. башынан алып Медицина университетында А.Р.Мәүжитов һәм З.Р.Хисмәтуллина етәкс. Т. эпидемиологияһы, ауырыуҙарҙың соц.‑гигиеник үҙенсәлектәре өйрәнелә, ауырыуҙы диагностикалау һәм дауалау ысулдары камиллаштырыла. Хайуандарҙа Т. ауырыуы теркәлмәгән.

Д.Ә.Вәлишин, З.Р.Хисмәтуллина

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018