ТРИХОМОНАДТАР (Trichomonas), иң ябайҙар заты. Бер нисә тиҫтә төрө билдәле. БР‑ҙа бөтә ерҙә осрай. Бер күҙәнәкле эндопаразиттар. Кәүҙә оҙонлоғо 5—40 мкм. Кәүҙәһе груша һымаҡ, 3 (ҡайһы берҙә 5) ирекле алғы ҡамсыһы бар, уларҙың береһе тулҡын һымаҡ мембрана барлыҡҡа килтерә. Күҙәнәк эсендә терәк органелла (аксостиль) урынлашҡан. Ядроһы берәү. Буйға бүленеү ысулы м‑н үрсей. Бактерияларм‑н туҡлана (алғы осонда урынлашҡан цитостомы м‑н йота). Т. трихомоноз (мәҫ., ер-һыу хайуандарында I — Т. batrachorum, һыйыр малында I — Т. foetus, кимереүселәрҙә— Т. muris, ҡоштарҙа— Т. gallinae, һөйрәлеүселәрҙә— Т. lacertae, кешелә — Т. vaginalis) тыуҙыра.

Ю.В.Островская

Тәрж. Г.А.Миһранова

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018