ТРИХИНЕЛЛЁЗ (лат. trichinellosis), биогельминтоз, кеше һәм хайуандарҙың паразит арауырыуы. Тыуҙырыусылары: Trichinellidae — Trichinella spiralis ғаиләһе нематодалары (кешелә, күпселек йыртҡыстарҙа һәм бөтә нәмәне ашаған хайуандарҙа паразит булып йәшәй) һәм Trichinella pseudospiralis (имеҙеүселәрҙә һәм ҡоштарҙа).

Кеше Т. Аҙ һиҙелгән, еңел, уртаса ауырлыҡтағы һәм ауыр формалары айырыла. Трихинелла м‑н инфицирланған малдың итен тейешенсә термик эшкәртмәйенсә аҙыҡ итеп ҡулланған ваҡытта йоға. Тыуҙырыусылар эсәк туҡымаһына үтеп инә, унда ҡарышлауыҡтар һалып үрсей, улары ҡан м‑н организмға тарала, һөлдә мускулатураһының мускул епсәләренә үтеп инә һәм уратып ала. Инкубация осоро 5—45 көн дауам итә. Төп симптомдары: тән т‑раһы күтәрелеү (37— 40°С), сәйнәү мускулдары, муйын, аяҡ‑ҡул ауыртыу, бит шешенеүе, баш ауыртыу һ.б. Өҙлөгөүҙәр: диффуз-сығанаҡлы миокардит, пневмония, менингоэнцефалит һ.б. Диагностика өсөн эпидемиологик анамнез, клиник һәм лаб. тикшереү (аҙыҡ итеп ҡулланылған иттең трихинеллоскопияһы, биопсия һ.б.) мәғлүмәттәре ҡулланыла. Дауалау: антгельминтиктар һ.б. Иҫкәртеү: сусҡа һәм ҡырағай хайуан итендә трихинелла ҡарышлауыҡтары булыу‑булмауын тикшереү. БР‑ҙа Т. м‑н ауырыған осраҡтар һирәк теркәлә (1997 й. 7 ауырыу асыҡлана).

Хайуандар Т. Хайуандарҙың 100‑ҙән ашыу төрө (бесәйҙәр, бөжәк ашаусылар, кимереүселәр, ҡиммәтле тиреле йәнлектәр, ҡоштар, сусҡалар, эттәр һ.б.) Т. бирешә. Тыуҙырыусының тәбиғи сығанағы — ҡырағай йыртҡыс хайуандар. Күпселек осраҡта алиментар (трихинелла ҡарышлауыҡтары м‑н зарарланған итте ашау) юл м‑н йоға. Төп симптомдары: ябығыу, мускулдар ауыртыу, энтероколит һ.б.; хайуандарҙың үлеүе ихтимал. Т. диагностикаһы өсөн эпизоотологик, клиник, лаб., патологоанатомик тикшереү мәғлүмәттәре ҡулланыла. Трихинелла ҡарышлауыҡтары м‑н зарарланған а.х. малдарының түшкәләре утилләштерелә. Иҫкәртеү: ветеринария‑санитария нормаларын үтәү, сусҡа һәм һунар хайуандары итенә трихинеллоскопия яһау. Малдың Т. м‑н ауырыуының һуңғы осрағы 2007 й. Шишмә р‑нында теркәлгән. БАХИ‑ла Т. диагностикаһын һәм уны иҫкәртеү мәсьәләләрен 20 б. 50‑се йй. Т.П.Снигирёва, О.Н.Третьякова, Ғ.З.Хәзиев, Е.М.Щербинина, Х.В.Әйүпов, 80‑се йй. — Р.Ғ.Фазлыев өйрәнгән.

Д.Ә.Вәлишин, А.С.Сәғитова, Ғ.З.Хәзиев

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина  

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.