ТРИТОНДАР (Triturus), ҡойроҡло ерһыу хайуандары заты. 12 төрө билдәле, башлыса Үҙәк һәм Көнсығыш Европала таралған. БР‑ҙа 2 төрө бар. Тараҡлы Т. кәүҙә оҙонлоғо 14—15, ябай Т. — 8—11 см. Башы яҫы, киң, кәүҙәһе орсоҡ һымаҡ, ҡойроғо ян‑яҡтан ҡыҫылған, тире ҡырпыуы бар. Тараҡлы Т. арҡа тиреһе эре бөртөклө, көрән ҡара, ҡорһағы шыма, ҡыҙғылт һары төҫтә, эре ҡара таптар м‑н ҡапланған, башы һәм кәүҙәһенең ян‑яғы аҡ нөктәле. Ябай Т. тиреһе шыма йәки ваҡ бөртөклө, арҡаһы зәйтүн‑көрән, ҡорһағы һарғылт төҫтә, ваҡ ҡара таплы, башының ян‑яғы буйлап, күҙҙәре аша, нәҙек ҡара һыҙат үтә. Енси диморфизм хас: ата Т. тарағы ҡауышыу осоронда бейек (инә Т. юҡ), киртләсле була, тараҡлы Т. ҡойроҡтан ныҡ айырылған. Аталаныуы эске, ата Т. һыуға сперматофорҙарын сәсә, уларҙы инә Т. клоакаһы м‑н эләктерә. Аталандырылған йомортҡаларын (яҡынса 150 дана) һыу аҫты үҫемлектәренең япраҡтарына һала. Балағорттары 3—5 айҙан һуң оло Т. әүерелә. Һыу ятҡылыҡтарында көндөҙ, ҡоро ерҙә эңер ваҡытында һәм төнөн әүҙем. Түңгәктәр аҫтында, кимереүселәрҙең өңөндә, ауған ағас ҡыуыштарында анабиоз хәлендә ҡышлай. Балдаҡлы селәүсендәр, моллюскылар, быуынтығаяҡлылар һ.б. м‑н туҡлана. Үлән баҫҡан тын һәм яй аҡҡан һыу ятҡылыҡтарында, киң япраҡлы һәм ҡатнаш урмандарҙа йәшәй. Тараҡлы Т. Баймаҡ, Бөрйән, Бөрө, Дүртөйлө, Иглин, Өфө р‑ндарында, ябай Т. респ. бөтә терр‑яһында осрай. Серәкәйҙәрҙең балағорттарын юҡҡа сығара. Тараҡлы Т. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

В.Ф.Хәбибуллин

Тәрж. Г.А.Миһранова