ТРЕТЬЯКОВА Ольга Николаевна (18.9.1909, Һырдаръя өлк. Перовск ҡ. — 19.9.1975, Өфө), ветеринар врач. Ветеринария ф. д‑ры (1968), проф. (1968). Себер зоо‑ветеринария ин‑тын тамамлағандан һуң (Омск ҡ., 1930) Троицк ветеринария ин‑тында (Силәбе өлк.) эшләй: 1941—46 йй. зоология каф. мөдире. 1948 й. алып БАХИ‑ла: 1951—53 йй. паразитология һәм ветеринария‑санитария экспертизаһы каф. мөдире вазифаһын башҡарыусы, 1962—63 йй. өлкән ғилми хеҙм‑р. Фәнни эшмәкәрлеге йылҡы, һыйыр малы һәм ҡоштарҙың гельминттарын һәм гельминтоздарын өйрәнеүгә, һөҙөмтәле дауалау‑иҫкәртеү сараларын эшләүгә арналған. Т. тарафынан йылҡы габронематозын диагностикалау ысулы уйлап табыла. 50‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: О трихинеллёзе диких животных Башкирии // Труды Башкирского сельскохозяйственного института. Уфа, 1956. Т.7; Телязиоз лошадей в Башкирской АССР // Шул уҡ.

Ғ.З.Хәзиев

Тәрж. Г.А.Миһранова