ТРЕТЬЯКОВА Евгения Николаевна (20.12.1899, Ырымбур ҡ. — 1.8.1986, Ленинград, Өфөлә ерләнгән), педиатр. Мед. ф. д‑ры (1957), проф. (1958). БАССР‑ҙың атҡ. табибы (1957), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1945). Томск ун‑тын тамамлағандан һуң (1924) Омск, Төрөкмән (Ашхабад) мед. ин‑ттарында, Курортология ин‑ты үҙәгендә (Мәскәү) уҡыта. 1946—71 йй. БДМИ‑ла (1950—69 йй. балалар ауырыуҙары каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге балалар ревматологияһы һәм пульмонологияһы, балаларҙа витаминдар етешмәүе, яңы тыуған балалар ауырыуҙары, шифахана‑курорттарҙа дауалау һәм балалар диетологияһы проблемаларына арналған. Т. ҡатнашлығында БДМИ‑ла педиатрия ф‑ты ойошторола. 80 фәнни хеҙмәт авторы. Башҡ‑н балалар табиптары йәмғиәте рәйесе (1950—71). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1966). БДМУ‑ла поликлиник педиатрия курсы м‑н госпиталь педиатрия каф. уның исеме м‑н аталған, унда 2002 й. алып йыл һайын Третьяков уҡыуҙары үткәрелә.

Х е ҙ м.: Хронические неспецифические заболевания легких у детей и их климатическое лечение. М., 1960 (авторҙ.); Справочник по диететике детей раннего возраста. Уфа, 1968.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.