ТРАПЕЗНИКОВ Василий Николаевич (23.10.1957, БАССР‑ҙың Дүртөйлө р‑ны Дүртөйлө а. хәҙ. Дүртөйлө ҡ.), спортсы. Уҡ атыу б‑са СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1982). Львов физик культура ун‑тын тамамлаған (Украина, 2007). Уҡ атыу б‑са СДЮШОР тәрбиәләнеүсеһе (Бөрө ҡ.; тренерҙары Г.И.Гайтанова, Б.Д. Любимов, Н.Ф.Мартусевич). Шәхси зачётта СССР‑ҙың абс. чемп. (1982), РСФСР чемп. (1981), СССР кубогын яулаусы (2 тапҡыр, 1987), СССР чемпионаттарының көмөш (1978, 1983), РСФСР халыҡтары спартакиадаһының бронза призёры (1980); Европа кубогын яулаусы (1995), СССР чемп. (1982), команда зачётында СССР чемпионатының көмөш призёры (1988). СССР йыйылма командаһы ағзаһы (1982—84). 1999 й. алып уҡ атыу б‑са ДЮСШ‑ла тренер‑уҡытыусы (Бөрө).

Тәрж. Ғ.Р.Бирҙина

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018