ТРАНСПЛАНТОЛОГИЯ (лат. transplantatio — күсереү һәм ...логия), булмаған йәки йәрәхәтләнгән ағза һәм туҡымаларға трансплантация алымдарын эшләгән биология һәм медицина тармағы. Туҡыманың тап килмәү законлыҡтарын, трансплантация иммунитетын баҫыу һәм әүҙемләштереү мөмкинлектәрен, ағза һәм туҡымаларҙы консервациялау ысулдарын һ.б. өйрәнә. Ауто‑ (реципиент үҙе), алло‑ (башҡа бер кеше), ксено‑ (хайуандар), күҙәнәкле (кеше һәм хайуандар донор булған), ш. иҫ. олон күҙәнәктәрен файҙаланып, трансплантация; яһалма ағза трансплантацияһы айырыла. Башҡортостанда 1993—95 йй. бөйөр аллотрансплантатын алыу һәм баш мейеһе үлемен диагностикалау хеҙмәттәре, туҡымаларҙы бер типҡа килтереү лаб. булдырыла. 1996 й. “Трансплантология” Респ. маҡсатлы программаһы ҡабул ителә, Республика клиник дауаханаһында һәм Республика балалар клиник дауаханаһында бөйөрҙө күсереп ултыртыу б‑са тәүге операциялар эшләнә (2009 й. респ. 130‑ҙан ашыу күсереп ултыртыу башҡарыла). 2001 й. алып оҡшаш бөйөрҙө күсереп ултыртыу операциялары эшләнә. 2007 й. РФ‑та тәүге тапҡыр бөйөрҙө һейҙек ҡыуығын резекциялау һәм эсәк пластикаһынан һуң уңышлы күсереп ултыртыу башҡарыла; иммуноглобулинды плазмаферез м‑н бергә юғары дозала веналар эсенә ебәреп, донор һәм реципиенттың биол. тап килмәүен бөтөрөргә йүнәлтелгән иммуносупрессия ысулы ҡулланыла. Т. проблемалары б‑са фәнни тикшеренеүҙәр Медицина университетында, Күҙ һәм пластик хирургия үҙәгендә, Күҙ ауырыуҙары институтында һ.б. алып барыла. Аллоплант (С.Ә.Мөслимов, Э.Р.Мулдашев, Л.Ә.Мусина, Р.Т.Ниғмәтуллин, Н.Е.Сельский) һәм биоплант (Г.Ғ.Минһажев) сериялы аллотрансплантаттар булдырылған һәм клиник практикаға индерелгән; бауыр циррозын дауалағанда аллоплант (Р.С.Минһажев, М.Ә.Нартайлаҡов, И.Ә.Сафин) һәм феталь күҙәнәктәр (И.В.Йәнгиров) биоматериалдарын ҡулланып күҙәнәк Т. үҫтерелә. 2010 й. Респ. клиник дауаханаһында тәүге тапҡыр күп миеломалы ауырыу ҡатынға олон күҙәнәктәре күсереп ултыртыла (Ә.Б.Бәкеров). 2000 й. В.М. Тимербулатов етәкс. БДМУ базаһында Трансплантология мәсьәләләре б‑са ғилми‑тикшеренеү лаб. асыла, унда олон күҙәнәктәрен ҡулланыу б‑са тикшеренеүҙәр алып барыла (И.Ф.Йәғәфәров, С.И. Рәхмәтуллин, М.В.Тимербулатов, Ш.В. Тимербулатов, Р.Р.Фаязов, Ә.Ғ.Хәсәнов, М.Н. Һәүбәнов). 1995 й. алып Респ. клиник дауаханаһы һәм Респ. балалар клиник дауаханаһы базаһында ағзалар трансплантацияһы үҙәктәре эшләй.

И.Р.Ҡорбанғолов, М.Ә.Нартайлаҡов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018