ТРАМПЛИНДАН САҢҒЫЛА ҺИКЕРЕҮ, үҙ эсенә трамплиндан саңғыла һикереүҙе алған спорт төрө (критик көсө 20—120 м). Һикереү техникаһы (стиль) үтәлеше һәм алыҫлығы баһалана. Ике зачёт ынтылышы балдары йыйылмаһына ҡарап һөҙөмтә билдәләнә. Башҡортостанда 1934 й. алып Өфөлә тәүге трамплин (критик ҡеүәте 20 м; етәкс. Д.Д.Карасёв һәм М.М.Лаптев) асылғандан һуң үҫеш ала, шунда уҡ 40‑сы йй. аҙ. Уралда критик көсө 40 м булған иң ҙур трамплин төҙөлә. 1962 й. Өфөлә “Трамплин” спорт‑һауыҡтырыу комплексы асыла, 60‑сы йй. башынан “Локомотив”, “Спартак”, “Хеҙмәт” ДСО‑лары эргәһендә, Белорет, Октябрьский ҡҡ., 70‑се йй. — “Буревестник”, “Зенит” ДСО‑лары, “Динамо” физкультура-спорт йәмғиәте эргәһендә секциялар эшләй башлай, 60‑сы йй. уртаһында “Хеҙмәт” ДСО-һының Өфө комплекслы ДЮСШ‑нда бүлек асыла. Респ. 1964 й. алып йыл һайын СССР һәм РСФСР, 1992 й. — Рәсәй беренселектәре һәм кубоктары үткәрелә. Респ. йыйылма командаһы — Рәсәй чемп. (2001—02, 2006, 2012), Рәсәй чемпионаттарының көмөш призёры (2003, 2005, 2007—08, 2013), СССР халыҡтары спартакиадаһының (1982) һәм Рәсәй чемпионатының (2009) бронза призёры була. Халыҡ‑ара ярыштарҙа Д.В.Васильев, И.Р.Фәтҡуллин юғары һөҙөмтәләр күрһәтә. Олимпия уйындарында ҡатнашыусылар — А.И.Хәмиҙуллин (1998), А.С.Белов (2002), Фәтҡуллин (2002, 2006), Васильев (2006, 2014), И.Р.Хәзетдинов (2014). Өфөлә 33‑сө олимпия резервы спорт мәктәбендә трамплиндан саңғыла һикереү бүлеге эшләй. 1965 й. алып БР трамплиндан саңғыла һикереү һәм саңғы б‑са икебәйге федерацияһы эшләй. Спорт төрө м‑н тренерҙар Р.Р.Абраров, Н.Н.Безносов, Ф.Ш.Закиров, А.М.Ҡурамшин һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

А.М.ҠурамшинТәрж. Ғ.Р.Бирҙина

 

 

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.