ТРАЙНИН Соломон Маркович (1902 й. ғин., Могилёв губ. Дрибин а. — 1969, Магадан ҡ.), дерматовенеролог. 1‑се МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1925) Башҡ‑н өлкә тире-венерология диспансерында бүлек мөдире, 1930 й. алып Башҡ‑н тире-венерология ҒТИ дир., 1932—37 йй. БДМИ директоры. 1946 й. башлап Магадан өлк. йәшәгән һәм эшләгән. Фәнни эшмәкәрлеге тире ауырыуҙарын, ш. иҫ. рентгенотерапия һ.б. ҡулланып, дауалауға арналған. Медицина университетын ойоштороусыларҙың береһе һәм 1‑се директоры. 1937 й. репрессиялана, 1955 й. аҡлана.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.