ТӨХБӘТУЛЛИН Эдуард Дауыт улы (13.10.1971, Өфө), спортсы. Еңел атлетика б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1993). Урал физик культура акад. тамамлаған (1998). Гастелло Н.Ф. исемендәге спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры Н.Я.Попов), 1998 й. алып “Динамо” физкультура‑спорт йәмғиәте өсөн сығыш яһай (Г.В.Яҡупова). 80 км йүгереүҙә Мексика чемп. (1998), марафонда БДБ чемпионатының көмөш призёры (1992), ярым марафонда Рәсәй чемпионатының бронза призёры (1997), халыҡ‑ара марафондар еңеүсеһе (1993, Омск ҡ.; 1994, Гамбург ҡ., Германия). Команда зачётында 100 км йүгереүҙә Европа чемп. (1998) һәм Европа чемпионатының көмөш призёры (1997). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (1992—98).

Тәрж. Ғ.Р.Бирҙина